Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Бөйөк халҡымдың бөйөк алыштары

 2 февраль көнө Яуымбай ауыл китапханаһы мәҙәниәт йорто менән берлектә мәктәптә уҡыусылар өсөн “Бөйөк халҡымдың бөйөк алыштары” исемле тарихи сәғәт үткәрҙе. Китапханасы Кинйәкәева Разия Искәнйәр ҡыҙы Сталинград өсөн барған ҡаты һуғыштар тураһында һөйләп, ошо темаға яҙылған китаптарға байҡау яһаны. Уҡыусылар өсөн ҡуйылған “Сталинград алышы” күргәҙмәһе менән таныштырып үтте. Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Мырҙағолова Зөлфирә Вара ҡыҙы “Сталинград һуғышы” исемле викторина үткәрҙе, һорауҙарға төплө яуаптар алынды. Сара аҙағында “Хроника Сталинградской битвы” фильмы күрһәтелде.

+7