Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Ҡоштар ярҙамға мохтаж

Ҡыштың бер матур көнөндә
Сыҡтыҡ балалар менән тышҡа,
Тағараҡ эшләп элеп ҡуйҙыҡ,
Сыу -сыу килгән ҡоштарға.

Ҡыш – беҙҙең яҡта ҡалған ҡоштар өсөн бик ауыр миҙгел. Уларҙың күбеһе һыуыҡтан түгел, аслыҡтан үлә. 1 февраль Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы сиктәрендә һәм ҡоштарҙы сатлама һыуыҡта һаҡлау маҡсатында Ҡолғана балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән  “Тағараҡ” экологик акцияһы ойошторолды. Ҡолғана балалар баҡсаһы  тәрбиәселәре Мөхәмәҙева Гөлфиә Рәмзей ҡыҙы, Әхмәтова Резеда Райман ҡыҙы һәм  китапханасы Вәлиева Гөлсәсәк Ғәзиз ҡыҙы  балаларға ҡышлаусы ҡоштар тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләне, уларға ярҙам итергә саҡырҙы. Балалар беҙҙең яҡтарҙа ниндәй ҡоштар ҡышлауын, ниндәй һыйҙы яратыуҙарын да аңланылар. Шуныһы ҡыуаныслы: балаларға ата-әсәләре был йәһәттән ҙур ярҙам күрһәтә, үҙҙәре лә сәмләнеп ярышҡа ҡушыла. Балаларға  тағараҡтарға ем һалып торорға ла кәрәк икәнлеге аңлатып үтелде. Тағараҡтар балалар менән  бергәләп ағастарға урынлаштырылды. Ҡоштар – тәбиғәттең айырылғыһыҙ өлөшө. Уларҙан башҡа тәбиғәт йәнһеҙ. Һәр кем быны иҫендә тоторға тейеш. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ярҙамға мохтаж булғанда ситтә ҡалырға ярамай. Тәбиғәтте яратып, һаҡлаусы балалар үҫтереү беҙҙең төп бурысыбыҙ, шул ваҡытта беҙҙең киләсәгебеҙ өмөтлө буласаҡ.

+7