Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Һаулығың үҙ ҡулыңда

Табиптарҙы юҡҡа ғына аҡ халатлы фәрештәләргә тиңләмәйҙәр. Улар ғүмерҙәрен иң изге һөнәр – кеше һаулығын хәстәрләүгә арнаған кешеләр.
Исламбай ауыл китапханаһында «Һаулығың үҙ ҡулыңда» исемле аҡ халатлылар менән осрашыу үтте. Кисәнең ҡунаҡтары –ауылдаштарына һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороусы ауыл фельдшерҙары – Әхмәтйәнова Зәбирә Шәмситдин ҡыҙы, йәш белгес, массаж оҫтаһы Хәйбуллина Зилиә Хәбир ҡыҙы һәм тырышып-тырмашып медицина серҙәренә төшөнөүсе студенттар һәм үҫмерҙәр саҡырылды. Китапханасы Әхмәтйәнова Ф.Б. кисәне асып, уҡыусыларҙы сәләмәт йәшәү рәүеше ҡағиҙәләре менән таныштырҙы, әҙәп, гигиена ҡағиҙәләрен үтәүҙең кеше һаулығына йоғонтоһо, дөрөҫ туҡланыуҙың һаулыҡҡа мөнәсәбәтен аңлатып үтте. Артабан һүҙҙе саҡырылған ҡунаҡтарға бирҙе. Башҡорт дәүләт медицина университетының 2 курс студенты Наҙгөл Айрат ҡыҙы һәр кем уйланырлыҡ, фәһем, ғибрәт алырлыҡ итеп эскелектең зыяны тураһында һөйләне. Стәрлетамаҡ медицина колледжы студенты Айсулпан Раян ҡыҙы үҫмерҙәргә кеҫә телефонының сәләмәтлеккә зыяны тураһында һөйләһә, Өфө медицина колледжының 2 курс студенты Аҡсәскә Заһит ҡыҙы тәмәкенең һаулыҡҡа, кеҫәгә һуҡҡан мәкерле төтөн тураһында бик ҡыҙыҡлы әңгәмә ойошторҙо. Артабан Зилиә Хәбир ҡыҙы уҡыусылырҙы һыра һәм кока-кола эсемлектәренең организмға зыяны, тәьҫире, насар эҙемтәләргә килтереү мөмкинлеген аңлатты. Йомғаҡлау һүҙен 30 йыл ғүмерен ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында торған Зәбирә Шәмситдин ҡыҙы алды һәм балаларға үҙенең өгөт-нәсихәттәрен еткерҙе.

– Балалар, бер ваҡытта ла тормошоғоҙҙо эскелек, тәмәке кеүек насар ғәҙәттәр менән бәйләмәгеҙ. Ул бер ваҡытта ла яҡшыға алып бармай. Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе төҙөй, һеҙҙең һаулығығыҙ үҙ ҡулығыҙҙа. Белем алып, лайыҡлы һөнәргә эйә булып, лайыҡлы кеше булығыҙ, – тине ул.
Был осрашыу барыһына ла бик оҡшаны.

+1