Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Милли кейем – милли рух

Милли кейем… Борондан, ата-бабаларҙан быуындан быуынға күсеп килгән мираҫ өлгөләренең береһе. Һәр халыҡтың үҙенә генә хас, ҡабатланмаҫ тарихын, ғөрөф-ғәҙәтен, йәшәү рәүешен сағылдырған, рухын, ғорурлығын уятҡан изге ҡомартҡы.
Башҡорт милли кейемендәге ир-егеттәр сая, батыр һәм ғорур, ә ҡатын-ҡыҙ тағы ла нәфисерәк, һомғолораҡ, нәзәкәтлерәк һәм һылыуыраҡ булып китә. Күҙҙәрендә милли рух сағыла. Башҡорттоң иһә күңел байлығы милли кейемендә, сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.Балалар күңелендә милли рух, милли ғорурлыҡ тәрбиәләү, телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлау маҡсатында, шулай уҡ милли кейем көнө айҡанлы Аҫҡар урта мәктәбендә 2-се класс уҡыусылары өсөн китапханасы Мырҙабулатова Наилә Рәис ҡыҙы “Милли кейем-милли рух” исемле сара үткәрҙе. Класс етәкселәре Ғиззәтуллина Дилә Рәис ҡыҙы менән берлектә ойошторолған был сарала уҡыусылар башҡорт халҡының сағыу кейемдәре, биҙәүестәре менән таныштылар, ҡыҙыҡһынып төрлө һорауҙар бирҙеләр. Ысынлап та, бәләкәйҙән һәр кем үҙҙәренең милли асылын – кейемдәрен, тарихын, туған телен, мәҙәниәтен белеп үҫергә, улар менән ғорурланырға тейеш. Ата-бабаларыбыҙ киләсәк быуынға иҫ киткес бай мираҫ ҡалдырған, ошо халыҡ ижадына һуғарылып үҫкән бала ғына киләсәктә рухи яҡтан бай, физик яҡтан көслө, илебеҙҙең ышаныслы киләсәге булып үҫәсәк.

+1