Милли кейем – милләттең йөҙө
Милли кейем – халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейем аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы – тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнлеген билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы нағышлап сигеүҙә, мәрйен, ынйыларҙан яһалған биҙәүестәрҙә, көмөштө көмбәҙләп һалынған биҙәктәрҙә урын алған.
9 сентябрь Яңы Мөсәт мәктәбендә һәм балалар баҡсаһында милли кейем көнөнә арналған матур сара үтте. Китапханасы И. Юлбердина балаларҙы башҡорт милли кейемдәре тураһында мәғлүмәтле китаптар менән таныштырҙы, эстәлектәренә байҡау яһаны, ауылдың “Ағинәйҙәр” ҡоро ағзалары Г. Ғүмәрова менән Р. Ҡаһармановалар милләтебеҙҙең күҙҙең яуын алып торған биҙәүес әйберҙәре ҡушып тегелгән милли күлдәктәр, баш кейемдәре тураһында һөйләнеләр. Шулай уҡ “Милли кейем – милләттең йөҙө” акцияһына барыһы ла ихлас ҡатнаштылар.