Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Уйын – ул ҙур, яҡты тәҙрә

В.А. Сухомлинский: «Уйынһыҙ баланың тулыһынса үҫеше юҡ. Уйын – ул ҙур, яҡты тәҙрә, шул тәҙрә аша баланың рухи донъяһына аңлау, белем дәрте ағыла. Уйын – ул осҡон, ҡыҙыҡһыныусанлыҡты ут кеүек ҡабындыра», – тип яҙа. Ысынлап та, уйын балаларға аралашырға ярҙам итә, ул тупланған тәжрибәне тапшырырға, яңы белемдәр алырға, ҡылыҡтарға дөрөҫ баһа бирергә, кешенең оҫталығын, уның аңлауын, хәтерен, фекерләү һәләтен, күҙаллау һәләтен, күҙәтеүсәнлеге, иғтибарлылығы кеүек һыҙаттарын үҫтереүгә булышлыҡ итә.
30 март Исламбай ауыл китапханаһында, Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы сиктәрендә китапханасы Әхмәтйәнова Ф.Б. балаларҙың аҡыл-зиһенен, танып-белеүҙәрен, мейе эшмәкәрлеген, уйлау һәләттәрен үҫтереүсе «Уйын – ул ҙур, яҡты тәҙрә» тип исемләнгән өҫтәл уйындары уйнатты. Балалар ике командаға бүленеп ҙур ихласлыҡ менән тиҙлеккә, пазл йыйып һәм башҡа төрлө уйындарҙа ярыштылар. Фәдис Галиуллин командаһы “Иң етеҙ команда” тип танылды.
Был шөғөл балаларҙың уйлау – фекерләү һәләттәрен үҫтерә, иғтибарлы, сабыр булырға өйрәтә, ваҡ моториканың үҫешенә йоғонто яһай. Өҫтәл уйындары баланан артыҡ белем һорамай. Уйын барышында балалар һиҙмәйҙә ҡала, нимәгәлер өйрәнгәндәрен нығыталар, иғтибарлы булырға өйрәнәләр, бер-береһе менән ихлас аралашалар, хәтерҙәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтерәләр.
+1