Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Яңы йыл мажаралары

Шатланабыз-көләбез,

Бигерәк куңелле безгә.

Бындай шатлыҡлы байрамдар

Тик беҙҙең тыуған илдә.

Яңы йылдың мөғжизәле минуттары кескәйҙәрҙе генә түгел, ҡайһы осраҡта хатта ололарҙы ла ышандырып ҡуя. 2 ғинуар Аҫҡар ауыл китапханаһында балалар өсөн “Яңы йыл мажаралары” исемле күңелле, мауыҡтырғыс сара үткәрелде. Балалар шыршы тирәләп йырлап-бейеп, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнап күңел астылар. Бигерәк тә кескәйҙәргә ҡылансыҡ клоундың улар менән бергәләп уйнауы оҡшаны. Ҡыш бабай күстәнәстәренән ауыҙ итеп,бүләктәр алып ҡыуанып таралышты балалар.

+1