Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Олатай менән китапханаға

4 ғинуар, Әтек ауылы китапханаһында “Олатай менән китапханаға” исемле сараға Иманғолов Ғәле Йосоп улы ейәне Ильяс, ейәнсәре Альбина һәм Баймөхәмәтов Ғайзулла Абдрахман улы ейәнсәре Илсиә менән килде. Ике команда “библиопаровоз” ға “ултырып” белемдәр иленә уйын – сәйәхәткә сыҡты. Улар үҙҙәрен зирәклектә, етеҙлектә, тапҡырлыҡта һынаны. Бирелгән ҡатмарлы, ҡыҙыҡлы һорауҙарға дөрөҫ яуап биреп белемдәрен күрһәттеләр. Шиғырҙар уҡып, йомаҡтар, ребустар систеләр. Балалар сара аҙағында әкиәт китаптарын өйҙәренә уҡырға ла алды. Ошондай саралар, әҙәби китаптар уҡыу, фекер алышыу ололар менән балалар араларын яҡынайтып ҡына ҡалмай тән һәм йәнгә ял алыу мөмкинлеген бирә, зиһенде үҫтерә.

+3