Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Бөйөк прозаик һәм драматург

8 ноябрь, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматург Нәжиб Асанбаев тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, Әтек ауылы китапханаһында “Бөйөк прозаик һәм драматург” исемле әҙәби дәрес үтте. Китапханасы Баймөхәмәтова А. укыусыларға яҙыусының тормош юлы һәм ижады тураһында мәғлүмәт бирҙе, китаптары менән таныштырҙы.

Нәжиб (Николай Васильевич) Асанбаев — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле башҡорт прозаигы, шағир, драматург, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, йәмәғәт эшмәкәре.

Уның әҫәрҙәре араһында — бик күп театрҙарҙа сәхнәләштерелгән «Рәйсә», «Фәйзи», «Зәйтүнгөл», беренсе совет дипломаты Кәрим Хәкимов тураһында «Ҡыҙыл паша» һәм Әхмәтзәки Вәлиди хаҡында «Көҙән башҡорто» пьесалары.

+3