Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Рәсәй – тыуған илебеҙ

12 июнь – Рәсәй көнө. Ошо байрам көнө уңайынан китапханаларҙа төрлө саралар ойошторолды. Мәҫәлән, район үҙәк китапханаһында Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусылары өсөн “Рәсәй – тыуған илебеҙ” исемле патриотик сәғәт үтте. Сара дәүләт байрамы – Рәсәй көнөнә арналды. Китапханасы А. Ғәбиҙуллина байрамдың тарихы тураһында һөйләне. Артабан уҡыусылар дәүләт символикаһы, илебеҙ тарихы һәм мәҙәниәте, әҙәбиәтенә арналған викторина һорауҙарына яуап бирҙе.

Килдеғол ауылы китапханаһында балалар өсөн “Минең илем – Рәсәй” исемле квест уйын үтте. Художество етәксеһе Билалова Д. уҡыусыларҙы байрамдың тарихы менән таныштырҙы. Артабан ҡатнашыусыларҙы Рәсәй тарихы буйынса төрлө һорауҙар менән уйын станциялары көтә ине. Еңеү өсөн командаларға нисек тә күберәк мәрәй йыйырға кәрәк. Мауыҡтырғыс сәйәхәт береһен дә битараф ҡалдырманы. Уҡыусылар ҙур ҡәнәғәтлек менән бирелгән эштәрҙе башҡарҙы, Рәсәйҙең флагын эҙләү, төҫлө ҡағыҙҙарҙан флагты теҙеп һалыу, гербты йыйыу кеүек эштәрҙе бик тиҙ башҡарып сыҡтылар. Шулай уҡ тыуған ил тураһында йырҙар, мәҡәлдәр, иҫтәлекле урындар тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙеләр.

Яңы Мөсәт ауыл китапханаһында, Рәсәй көнөнә арнап балалар менән “Мин Рәсәйҙе яратам” исемле байрам сараһы үтте. Китапханасы Юлбердина И.Г. байрамдың тарихына байҡау яһағандан һуң “Төп йортобоҙ Башҡортостан, ә Рәсәй – ҡалҡаныбыҙ” тигән викторина үткәрҙе. Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә, асыҡ һауала төрлө мауыҡтырғыс уйындар үткәрелде. Балалар үҙҙәренең тыуған иленә булған ихтирамын һәм һөйөүен “Минең илем – бөйөк Рәсәй” исеме менән асфальтта һүрәт эшләп сағылдырҙылар.

Әбделмәмбәт ауылы китапханаһында “Рус түгелмен, ләкин россиянмын” исемле интеллектуаль уйын үткәрелде. Уйында ике төрлө йәштәге балалар командаһы ҡатнашты. Китапханасы Шәмиғолова Г.С. Рәсәй тарихы һәм символдары тураһында һөйләне. Художество етәксеһе Усманова Г.И. төрлө хәрәкәтле уйындар үткәрҙе. Балалар Рәсәйгә арналған һорауҙарға яуап бирҙеләр.Уйында 13 бала ҡатнашты.

0