Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Кәкүк сәйе” йолаһы 

12 июнь көнө Исламбай ауылында “Кәкүк сәйе” байрамы үткәрелде. Ғөмүмән, “Кәкүк сәйе” борондан килгән йола. Кәкүк башҡорт мифологияһында изге ҡош, шулай уҡ шомло, бәләле ҡош булып һаналған. Уны ризалаштырыу өсөн “Кәкүк сәйе” йолаһын үткәргәндәр. Боронғолар был ҡоштоң тауышын ишетеү менән йыйылышып ҡырға сыҡҡан: сәй ҡайнатып эскән, уйын-көлкө ойошторған, кәкүккә бағышлап йыр йырлаған, илгә именлек, бәрәкәт юраған, йылдың уңышлы килеүен теләгән. Был матур йола кешеләрҙең тәбиғәтте ҙурлауын, уның менән яраҡлашырға теләүен сағылдыра. Исламбай ауыл китапханаһы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә борондан килгән башҡорт йолаларын тергеҙеү, һаҡлау маҡсатында “Кәкүк сәйе” йолаһын үткәрҙе. Ҡатын -ҡыҙҙар, бала-сағалар йыйылышып Шәйек йылғаһы буйына сыҡтылар. Байрамды асып, “Кәкүк сәйе” тураһында мәғлүмәт биреп, байрам менән ҡотлап киткәндән һуң, халҡыбыҙҙың милли уйындары, төрлө ҡыҙыҡлы ярыштар ойошторолдо. Олоһо ла, кесеһе лә уйындар ҙа бик теләп ҡатнашты. Күңелдәре булғансы уйнап, бутҡа ашап, хуш еҫле сәй эсеп, бүләктәр алып ҡыуанды байрамға килеүселәр. Изге теләктәр теләп, ойоштороусыларға, тәмле бутҡа бешереүсе апайҙарға рәхмәттәр әйтеп таралышты байрамға йыйылыусылар.

0