Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Бәхетле бала саҡ илендә

1 июнь Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Уны үткәреү тураһындағы ҡарар 1925 йылда Женева ҡалаһында балалар именлеге мәсьәләләренә арналған Бөтә донъя конференцияһында ҡабул ителгән. Балалар һаулығын һәм именлеген яҡлау проблемалары бик актуаль булған ваҡытта, Икенсе донъя һуғышынан һуң, Парижда 1949 йылда ҡатын-ҡыҙҙар конгресы үтә, унда ҡатнашыусылар балаларҙың берҙән-бер бәхет гарантияһы донъяла тыныслыҡ булдырыу тураһында ант бирә. Унан һуң бер йыл үткәс, йәғни 1950 йылдың 1 июнендә беренсе тапҡыр Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө үткәрелә һәм ул йыл да ойошторола башлай.

Бөрйән районы китапханаларында  Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан төрлө саралар ойошторолды. Мәҫәлән, район мәҙәниәт һарайы алдында “Әкиәт иленә сәйәхәт” исемле театрлаштырылған байрам сараһы үтте. Балалар китапханаһы китапханасылары Ишкинина Л. һәм Ишҡолова А., китапты рекламалау маҡсатында, “Йүгерек китап” исемле акцияла ҡатнашып, байрамға килгән балаларға йомаҡтар ҡойоп, төрлө әҙәби әҙәрҙәрҙән һорауҙар бирҙеләр. Балалар һорауҙарға ихлас яуап биреп,  бүләктәр алдылар.

Әтек ауыл китапханаһында “Йәй һәм китап” исемле күргәҙмә әҙерләнде. Байрам асфальтҡа “Бәхетле бала саҡ” исемле һүрәт төшөрөү конкурсы менән башланып китте. Артабан балалар пазл йыйыу һәм башҡа төрлө спорт уйындарында бик әүҙем ҡатнаштылар.

Байназар ауылында Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған ҙур байрам сараһы булып үтте. «Йәйғор» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең, уҡыусыларҙың сағыу сығыштары байрамға йәм генә өҫтәне. Байрам барышында мәҙәниәт һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре төрлө уйындар ойошторҙолар. Уйындарҙа ҡатнашыусы балалар татлы приздар алып ҡыуандылар. Байрам балаларҙың, ата-әсәләрҙең һәм килгән ҡунаҡтарҙың барыһының да күңеленә хуш килде.

Иҫке Монасип ауыл китапханаһы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә төрлө йәштәге балалар өсөн “Адрес – шат баласаҡ” исемле сара үткәрҙе. Балаларҙы байрам менән ҡотлағандан һуң уларға викторина һорауҙары бирелде, унан һуң балалар төрлө хәрәкәтле уйындар уйнанылар, ике төркөмгә бүленеп етеҙлектә, сослоҡта ярыштылар. Сара аҙағында барыһына ла бәләкәй генә бүләк- күстәнәс тапшырылды. Балалар байрамдан ҡәнәғәт булып таралышты.

Тимер ауыл китапханаһында “Бала – саҡ утрауы” исемле байрам сараһы булып үтте. Балаларға үткәргән төрлө күңелле старттар, ҡыҙыҡлы уйындар бик оҡшаны. Барыһы ла бик ихлас теләп ҡатнаштылар. Юлиә Үлмәҫбаеваның балаларға арналган музыкаль бүләге күңелдәргә шатлыҡ өҫтәне. Сараның аҙағынан “Китапханаға бар – булыр һиңә шар!” исеме аҫтында китапхана акцияһы ойошторолды. Һәр китап алыусыға шар бүләк ителде.

Яуымбай ауыл мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған “Балдай татлы баласаҡ!” исемле сара булып үтте. Байрам барышында китапхана хеҙмәткәре Киньякаева Р. төрлө уйындар ойошторҙо. Балалар уйындарҙа бик теләп ҡатнаштылар. Уйындарҙа ҡатнашыусы балалар приздар алып ҡыуандылар, тәмлекәстәр менән һыйландылар. Өлкән синыф уҡыусылары өсөн “Әлләсе” уйыны ойошторолдо. Байрам балаларға, ата-әсәләргә һәм килгән ҡунаҡтарға бик оҡшаны.

0