Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Китапханаға өләсәй менән

3 апрель  Әтек ауылы китапханаһында “Китапханаға өләсәй менән” исемле сара үтте. Кемдең әкиәттәре иң ҡыҙыҡлыһы? Кемдең икмәктәре һәм ҡоймаҡтары иң тәмлеһе? Кем өсөн баланың балаһы балдан да татлыраҡ? Атай -әсәйҙән дә нығыраҡ беҙҙе кем ярата, иркәләй, наҙлай? Борон-борондан кемдең тәрбиәһе алтынға тиң? Татыу ғаиләнең тотҡаһы кем? ӘЛБИТТӘ, ӨЛӘСӘЙҘӘР!!!
Сараға саҡырылған һәр өләсәй китапханаға каникулда ял иткән ейән- ейәнсәрҙәре менән килде. “Китапхана”, “китап фонды” менән танышҡанандан һуң өләсәйҙәр китап уҡыуҙың файҙаһы тураһында һөйләп, башҡорт халыҡ әкиәттәрен уҡынылар, мәҡәлдәр әйтеп, йомаҡтар ҡойолдо һәм төрлө уйындар уйнап ярыштылар. Сара һуңында һәр өләсәй ейән-ейәнсәрҙәренә, үҙҙәренә уҡырға китаптар алды.

0