Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар

2 апрель Исламбай ауыл китапханаһында башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар” исемле ҡанатлы дуҫтарыбыҙға арналған күңелле уйын-кисә ойошторолдо. Китапханасы Әхмәтйәнова Ф.Б. балаларға беҙҙең яҡта ҡышлаусы ҡоштар тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерҙе. Ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, иғтибарлылыҡ тәрбиәләү маҡсатында үткәрелгән был кисәлә уҡыусылар үҙҙәрен һәр яҡлап һынап ҡаранылар. Улар ҡоштарға бәйле төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр, ребустар, йомаҡтар систеләр, аудиояҙмаларҙағы ҡоштар һайрауын танынылар, Шулай уҡ “Был ҡошто таны!” исемле бәйгелә серле һандыҡ эсендә ятҡан ҡоштарҙы төрлө билдәләренә ҡарап исемдәрен әйттеләр, “Мин аҙаштым. Ярҙам итсе!” бәйгеһендә ояларынан айырылып буталып бөткән себештәрҙе әсәләренә ҡайтарҙылар, “Ҡойроғомдо табырға ярҙам ит!” бәйгеһендә балалар ҡоштарға юғалған ҡойроҡтарын табырға ярҙам иттеләр һәм кисә аҙағында кемдәрҙер һүрәт төшөрҙө, кемдәрҙер әҙер ҡош һүрәттәрен буянылар, малайҙар шахмат уйнанылар. Кисәлә балалар ҡоштар тураһындағы белемдәрен нығытып, уларға һаҡсыл мөнәсәбәттә булырға кәрәк икәнлегенә тағы ла бер ҡат төшөндөләр. Был уйын-кисә барыһына ла бик оҡшаны.

0