Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Тел бәйгеһе үтте

      Кешенең тормошо тел менән бәйле. Туған телебеҙ – башҡорт теле, ҙур тарихлы, бай, моңло тел ул. Тел бөтһә, ул телдең эйәһе булған халыҡ, милләт юғала. Туған телен һаҡлау – һәр кемдең изге бурысы. 30 март көнө Килдеғол ауылы китапханасыһы Искужина Н. уҡыусылар өсөн “Тел бәйгеһе” исемле уйын – ярыш үткәрҙе. “Зирәктәр” һәм “Отҡорҙар” командалары үҙ-ара көс һынашты. Йомаҡтар ҡойоштолар, тиҙәйткестәр әйттеләр, мәҡәлдәрҙе урыҫ теленә тәржемә иттеләр, анаграммалар, шиғыр яҙыу һәм башҡа күп кенә тел тураһында уйындар уйнанылар.

     Кисәнең икенсе өлөшөндә уҡыусыларҙың яратҡан уйыны “Әлләсе” үткәрелде. Уҡысылар бик ҡәнәғәт булып таралыштылар. Сарала 31 уҡыусы ҡатнашты.

0