Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

“Буҙа тәмләү” байрамы

Буҙа – халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе. Ҡунаҡҡа айырыуса хөрмәт күрһәтеү билдәһе лә булған буҙа менән һыйлау. Туҡлыҡлы ла, файҙалы ла эсемлегебеҙгә ҡарата һуңғы йылдарҙа иғтибар артты.
26 март Исламбай ауыл китапханаһында, Аҫҡар ауыл китапханаһы менән берлектә, халҡыбыҙҙың милли эсемлегенә арналған “Буҙа тәмләү” байрамы үткәрелде. Был кисәгә Аҫҡар ауылы ағинәйҙәре саҡырылды. Исламбай ауылы ағинәйҙәре килгән ҡунаҡтарҙы:
Беҙгә килгән ҡунаҡтар
Ауыҙ итә буҙанан
Һоло, арпа буҙаһы бар,
Беҙ эшләнек һолонан
Килгәс ни ҡулыбыҙҙан! – тигән һүҙҙәр әйтеп буҙа менән ҡаршыланылар. Китапханасы байрамды асып, буҙа тарихына байҡау яһаны, файҙаһы, дауалау үҙенсәлектәре менән таныштырып үтте. Артабан һүҙ буҙа оҫталарына бирелде. Флүзә Батыр ҡыҙы үҙенең буҙа эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашып, ҡунаҡтарға буҙа эшләү тәртибен эҙмә-эҙлекле эшләп күрһәтте. Артабан ауылыбыҙҙың буҙа эшләү оҫталары Рәйлә Низамитдин ҡыҙы, Ракия Зиннур ҡыҙы, Сәғиә Хәмит ҡыҙы, Гөләмзә Сәбирйән ҡыҙы, Маһира Бәшир ҡыҙы, Тәнзилә Талха ҡыҙы, Сәрүәр Мөхтәр ҡыҙы һәр береһе үҙҙәренең буҙа ҡойоу серҙәре менән таныштырып, килгән ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең буҙаһы менән һыйланы. ”Шуныһы ҡыҙыҡлы: бер үк аҙыҡтан, бер үк ысул менән эшләнгән һымаҡ тойолһа ла һәр буҙасының буҙаһы үҙенә күрә бер тәм менән айырыла: береһенеке ҡуйырак, кемдекелер шыйығырак, бер оҫтабикәнең эсемлеге ҡаймаҡ ише телгә яғылһа, икенсеһенеке, әйтерһең, шишмә һыуы – шунда уҡ һыуһынды ҡандыра, өсөнсөһөнөкө бөтөнләй телеңде йоторлок”- тип үҙ баһаларын еткерҙеләр килгән ҡунаҡтар.
Кәсәгә буҙа һалғас,
Сайкалмай ҙа буламы?
Ҡунактарҙы хөрмәт иткәс
Бер йырламай буламы? – тип байрам йыр- моң менән үрелә барҙы. Аҫҡар ауылы ағинәйҙәре лә йырлы-моңло күстәнәс алып килеп, кисәбеҙҙе тағы ла йәмлерәк, тағы ла матурырыҡ итеп ебәрҙеләр.
Файҙалы, минералдарға, аҡһымдарға бай һоло ярмаһынан әҙерләнгән был эсемлек, ысынлап та ихтирамға һәм ихтибарға лайыҡ! Туҡлыҡлы, шифалы буҙа өҫтәлебеҙҙән йәйен-ҡышын өҙөлмәһен ине! Уны бәләкәстән эсеп, күнегеп үҫкәндәр ситтән килгән ят эсемлектәрҙе беҙҙең балалар үҙ итмәҫ, ымһынмаҫ тип, һығымта яһаны ағинәйҙәр. Байрам йыр-бейеү, тәмле сәй табыны менән тамамланды.

0