Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Тәмәкенең зыяны

26 март көнө Яуымбай ауылы китапханасыһы Кинйәкаева Р. мәктәп менән берлектә юғары синыф уҡыусылары өсөн “Тәмәкенең зыяны” исемле әҙәби сәғәт үткәрҙе. Балалар – беҙҙең киләсәк. Улар һау-сәләмәт булып үҫергә тейештәр! Яҡшы тәрбиә – яҡшы балалар, тыныс ҡартлыҡ. Кеше ялҡау, эшлекһеҙ, эскесе, хулиган, тәрбиәһеҙ булып тыумай. Уның кем булыуы тәрбиәгә бәйле һәм тәрбиә емештәре тәрбиәләнеүсегә лә, уның ғаиләһенә лә ныҡ йоғонто яһай. Ошонан сығып балаларға тәмәкенең кеше организмына шул тиклем насар тәьҫир итеүе хаҡында һөйләнелде. Иң тәүҙә китапханасы Разия Искәнйәр ҡыҙы тәмәкенең зыяны тураһында һөйләп үтте. Аҙаҡтан уҡыусылар менән йәнле әңгәмә ойошторолдо. Сара барышында Айгөл Юнысованың “Уйлан кеше”, Әлфиә Әсәҙуллинаның “Тәмәкесе ҡыҙға” шиғырҙары уҡылды. Шулай итеп балалар “Иң яҡшыһы – тәмәкене ташлау түгел, ә тарта башламау яҡшыраҡ”, – тигән һығымтаға килделәр. Сарала бөтәһе 18 кеше ҡатнашты.

0