Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Йөрәгемдә ҡояш күтәрәм

25 март балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы сиктәрендә Байғаҙы ауыл китапханаһында шағир, журналист Инсур Йәһүҙиндың тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы “Йөрәгемдә ҡояш күтәрәм” исемле әҙәби кисә үтте. Китапханасы Ғәбиҙуллина Ф.  яҡташыбыҙҙың тормош юлы, ижады тураһында таныштырып сыҡҡандан һуң балалар авторҙың шиғырҙарын ятҡа һөйләнеләр. Нәзилә Әлибакова башҡарыуында “Йондоҙҙарҙы килә күрәһем” шиғыры яҙыусы ижадының бар нескәлектәрен асып күңел ҡылдарын тирбәтте. Кисә һуңында тамашасылар “Төлкө килде ҡунаҡҡа” әҫәрен ҡурсаҡ театры башҡарыуында ҡаранылар.

0