Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

“Йөрәк һүҙе” шиғриәт конкурсы үтте

Исламбай ауылының “Гөрләүек” балалар баҡсаһында китапханасы Әхмәтйәнова Ф. ойошторған “Йөрәк һүҙе” шиғриәт конкурсы уҙҙы. Ата-әсәләр йыйылғансы, китапханасы балаларҙы “Серле әкиәт илендә” исемле әкиәт донъяһына сәйәхәт иттерҙе. Кескәй дуҫтарыбыҙға ҡысҡырып әкиәт, шиғырҙар уҡылды, бергәләп уйындар уйнап, йомаҡ ҡойҙолар. Әсәйҙәр йыйылғас бәләкәстәр әсәйҙәренә арнап йыр йырлап, эшләгән бүләк-открыткаларын тапшырҙылар һәм шиғриәт кисәһенең төп өлөшөнә: “Йөрәк һүҙе”нә урын бирелде. Туған телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү маҡсатында үткәрелгән был шиғри бәйгегә бөтәһе 14 бала үҙ көсөн һынарға сыҡты. Кескәй дуҫтарыбыҙ әсәйҙәре, тәрбиәсе апайҙары Венера, Зилә, йыр уҡытыусыһы Мәфрүзә Мәжит ҡыҙы ярҙамында бик матур итеп әҙерләнгәндәр. Һәр бер сығыш үҙенсә матур, үҙенсә үҙенсәлекле булды. Игеҙәк ҡыҙҙар Әлфинә менән Гөлфинәнең сығыштары: икәүләп бер шиғырҙы береһе шиғырҙың башын әйтһә, икенсеһе аҙағын әйтеп ятлауҙары үҙе бер мәрәкә, ҡыуаныс ине. Баһалама ағзаларына иң-иңдәрҙе табыуы еңелдән булманы. Шулай ҙа һәр балаға ғәҙел баһа биреп, бөтә балаларға ла Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ Исламбай ауыл китапханаһы үҙенең махсус буләген булдырған ине. Был бүләккә шаян Айнур һәм баҫалҡы Камила лайыҡлы тип табылды. Китапхана, балалар баҡсаһы менән берлектә үткән был бәйге кескәйҙәр хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр, уларҙың күңеленә тыуған телгә, тыуған ергә һөйөү осҡоно һалынғандыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.

 

 

0