Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Белем иленә сәйәхәт

       2 сентябрь Аҫҡар ауыл китапханаһында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Белем иленә сәйәхәт” исемле бик күңелле сара ойошторолдо. Балаларҙа мәктәпкә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү, уйындар аша уларҙың ижади һәләтен үҫтереү маҡсатында эшләнде был мауыҡтырғыс сара. Кескәйҙәр тылсымлы белем иленә  Буратино, Мальвина, Незнайка менән бергәләшеп сәйәхәткә юлландылар. Юлда уларҙы төрлө-төрлө һынауҙар көтөп кенә торҙо. Буратино юғалтҡан асҡысты табыу өсөн  балаларға яратып уҡыған әкиәттәре буйынса һорауҙарға яуап табырға, йомаҡтар сисергә кәрәк ине. Зирәк, отҡор кескәйҙәр барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла үтеп Белем иленә аяҡ баҫтылар. Балалар бигерәктә “Портфель йыйыу”, ”Һанды тап!” уйындарын яратып уйнанылар. Белем көнөнә арналған был сара барыһына ла бик оҡшаны.

0