Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Нәзилә – “Башҡортостан оҫталары” араһында!

22 март Хөкүмәт йортонда “Башҡортостан оҫтаһы” конкурсына йомғаҡ яһалды. Төрлө өлкәләрҙә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән хеҙмәткәрҙәргә бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды. Еңеүселәр исемлегенә 17 ойошма һәм 18 эшсе инде. Улар араһында социаль учреждение хеҙмәткәрҙәре, табиптар, газ сәнәғәте өлкәһендә эшләүселәр, слесарҙәр һәм башҡа һөнәр оҫталары бар ине.

     Беҙҙең райондан Килдеғол ауыл китапханаһы китапханасыһы Исҡужина Нәзилә Ишбирҙе ҡыҙына тейҙе был сарала ҡатнашыу бәхете. Әйткәндәй, Нәзилә Ишбирҙе ҡыҙы 2018 йылда  “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы китапханасыһы” конкурсында еңеү яулағайны.
Нәзилә үҙенең тәьҫораттары менән дә уртаҡлашып: “Сараға саҡырылыу минең өсөн бик ҡыуаныслы булды. «Әкиәттәр уҡып, үҙебеҙ йәнһүрәттәр төшөрәбеҙ» тигән проектым юл асты был бәхеткә. Китапханасы булараҡ төп маҡсатым – йәштәрҙе, балаларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү. Бигерәк тә компьютер заманында был ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыу мөһим”, – ти.

 

0