Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

“Ҡурайсылар, ай, ҡурай уйнамаҫ…”

        Ошо көндәрҙә ҡурайсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәмәт Ҡәҙерғоловтың тыуыуына 100 йыл тулды. Талантлы яҡташыбыҙҙы иҫкә алыу ниәтенән Иҫке Собханғол мәктәбендә район үҙәк китапханаһы китапханасылары “Ҡурайсылар, ай, ҡурай уйнамаҫ…” тигән хәтер сәғәте үткәрҙе. Уҡыусылар тәүҙә Шәйехзада Бабичтың “Ҡурайҡайға” шиғырын тыңланы, ҡурай тураһында легенданы иҫкә төшөрҙөләр. Артабан Мөхәмәт Ҡәҙерғоловтың тормош юлы менән таныштылар. Бигерәк тә уның фронтта саҡта алюмин көпшәнән ҡурай эшләп алып, төрлө халыҡ көйҙәрен һыҙҙырып уйнап яуҙаштарының рухын күтәреүе, һуғыштан һуң да ҡурайҙан айырылмай, башҡорт йырын пропагандалау һәм йәш ҡурайсылар тәрбиәләү буйынса уңышлы эш алып барыуы тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланылар. Мөхәмәт Ҡәҙерғоловтың төрлө йылдарҙағы фотоһүрәттәрен, Грамота, Маҡтау ҡағыҙҙарын, награда документтарын ҡаранылар. Дәрес һуңында мәшһүр ҡурайсы башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры “Сибай”ҙы тыңланылар.

 

0