Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

“Исемең матур,кемдәр ҡушҡан?”

       Бала тыуа – доньяға яңы кеше килә.Һәр бала үҙ өлөшө, үҙ бәхете менән тыуа тигән ололар. “Бала исеменә оҡшай”, “Исеменә күрә есеме” ти халыҡ. Ата – әсә , бала – бауыр ите, тип көтөп алған балаһын ҡәҙерләп, һөйөп уға оҙон ғүмер, бәхет теләп исем ҡушҡан. Бала бәләкәйҙән үҙ исеменең мәғәнәһен белеп, яратып үҫһә, ул балала үҙенең милләтенә ҡарата ғорурлыҡ хисе уяна.Тап ошо маҡсат менән Аҫҡар урта мәктәбендә “ Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?” исемле кисә үткәрелде. Китапханасы Нәйлә Мырҙабулатова уҡытыусы Ғиззәтуллина Дилә Рәис ҡыҙы менән берлектә ойошторған был йәнле сара башланғыс класс уҡыусылары өсөн ҙур бер матур байрамға әүерелде. Кисәгә матур-матур исемле ҡыҙҙар һәм малайҙар, уларҙың әсәйҙәре саҡырылғайны. Их,ниндәй генә исемдәр йөрөтмәй улар! Батырша,Динислам, Лилиә,Айгөл,Фәүзиә,Гөлсөм!.. Исем һайлауға бик етди ҡараған был балаларҙың ата-әсәләре. Саф башҡорт исемдәрен йөрөткән был ҡыҙҙар һәм малайҙар, һәр ҡайһыһы үҙ исемдәре, мәғәнәһе менән таныштырып шиғырҙар ятланылар.Китапханасы Н.Мырҙабулатова исемдәрҙе өйрәнеүсе фән менән таныштырҙы, йола буйынса борон тәүге исемде кем ҡушҡан, йүргәк исеме, исем ҡушыу йолаһы хаҡында һөйләп үтте. Артабан кисә төрлө-төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, йыр – бейеү , сәй табыны менән дауам итте. Һәр кеше үҙ исемен ғорур йөрөтһөн, унан оялып һәм әйтергә уңайһыҙланып йөрөмәһен өсөн,ата-әсә бәләкәйҙән баланы өйрәтергә тейеш.Юҡҡамы ни ата-әсә балаһына “исемеңә тап төшөрмә”, “исемеңде сығарма” тип иҫкәртә.Ысынлап та, был матур байрамдан балалар үҙ исемдәренә ҡарата яратыу, ғорурлыҡ хисе уянып, бик ҡәнәғәт таралыштылар.

0