Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

“Өләсәйем һандығы”

         23 мартта Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында ғаилә йылына бағышлап “Өләсәйем һандығы” тип аталған матур байрам үтте. Сараның маҡсаты – өләсәйҙәр һәм ейәнсәрҙәрҙең аралашыуы, өлкән быуындың балаларға халҡыбыҙ йолалары, аҫыл ҡомартҡыларыбыҙ тураһындағы хәтерҙе, оҫталыҡ серҙәрен тапшырыу ине. Әтек ауылы китапханаһы эргәһендә эшләп килгән “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары менән берлектә, балаларҙы серле һандыҡта һаҡланған ҡомартҡылар менән таныштырып үттек. Һандыҡта сигелгән таҫтамалдар, яулыҡтар менән бер рәттән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү кейемдәренән селтәр, ҡашмау, ҡулъяулыҡ, мәрйендәр ҙә урын алған ине. Ошо ҡомартҡыларҙың һәр береһенең тарихын, ҡулланылышын һөйләне ағинәйҙәр. Ҡыҙҙарҙың тәңкәләре сыңлап торған биҙәнеү кейемдәрен үҙҙәре кейеп алғас, һоҡланыу кисереүҙәре йөҙҙәренә сыҡты. Өләсәйҙәр ейәндәргә әкиәттәр уҡып, төрлө һамаҡлауҙар әйтһә, балалар баҡсаһы балалары ла үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. Кескәйҙәр йомаҡтар сисеп бүләккә тәмлекәстәр ҙә алдылар.

 

0