Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Йылдарҙан йырҙар ҡала

        31 ғинуарҙа Баймаҡ агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалында Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург, публицист, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, фронтовик Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Назар Нәжми әҙәбиәте донъяһына сәйәхәт” акцияһы сиктәрендә “Йылдарҙан йырҙар ҡала” тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисә булып уҙҙы. Ул колледждың ике төркөмөндә үткәрелде.

      Кисәлә район үҙәк китапханасыһы Сәлимә Мисбах ҡыҙы Ишдәүләтова Назар Нәжмиҙең ижадына арналған презентация күрһәтте. Сарала колледж уҡыусылары Назар Нәжмиҙең шиғырҙарын һөйләнеләр, уның биографияһы менән таныштылар. Кисәнең икенсе өлөшөндә уҡыусыларға Н. Нәжмиҙең “Гармунсы дуҫ” пьесаһы буйынса ҡуйылған фильм күрһәтелде, шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙары яңғыраны.

0