Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Урал батыр байрамы

      Ғинуар айының һуңғы ялында Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы Һарғая ауылында “Урал батырҙың ҡышҡы уйындары”н ойошторҙо. Байрам икенсе йыл рәттән үтеп, хәҙер инде матур бер традицияға әйләнде.
Сарала көрәш, уҡтан атыу, суҡмар ырғытыу, ат сабыу, арҡан тартышыу кеүек башҡорттарҙа элек-электән килгән ҡышҡы уйын төрҙәре буйынса ярыштар үтте. Өфөнән “Мәргән уҡсы”, Әбйәлилдән “Ылаҡ”, Ишембай, Күгәрсен, Учалы яҡтарынан килгән ҡунаҡтар ҡатнашлығында барған был байрам бик күңелле үтте. Байрамда шулай уҡ Баймаҡ агроколледжының Бөрйән филиалы уҡыусылары, район үҙәк китапханаһының “Урал батыр эпосын өйрәнеүселәр” клубы ағзалары, ағинәйҙәр, Байназар, Яуымбай, Әбделмәмбәт мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты. Байрамды ойоштороп, башлап ебәреүселәрҙең береһе сәсәниә Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева сәсәнлек буйынса “сәсәнлек дәрестәре” уҙғарҙы. Сарала ҡатнашыусы һәр кем дәрт һәм рух менән һуғарылған был байрамды ойошторған ҡурсаулыҡ етәкселегенә һәм хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтеп, уңыштар теләп, киләһе йылға ла ошондай сарала осрашыуға теләк белдереп таралышты.

0