Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Йәнле шишмәләр

     21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Шул айҡанлы район үҙәк китапханаһында “Йәнле шишмәләр” исеме аҫтында шиғриәт кисәһе булып уҙҙы. Унда райондың “Баҙал” берекмәһе ағзалары, Иҫке Собханғол мәктәбенең шиғыр яҙыусы уҡыусылары саҡырылды.

     Шиғриәт кисәһендә “Баҙал” берекмәһе етәксеһе Булат Нуриәхмәт улы Усманов, берекмә ағзалары – РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Айһылыу Ғарифуллина, Зәйтүнә Айытбаева, Гүзәл Һырлыбаева, Алсу Алтынбаева, Гүзәл Нурутҡолова сығыш яһаны һәм үҙҙәренең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

    Иҫке Собханғол мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миләүшә Ширғәле ҡыҙы Ишбулатова сығыш яһап, үҙе етәкләгән “Тиҫтерҙәр ижады” әҙәби түңәрәге ағзалары менән таныштырып китте. Уҡыусылар Карина Алтынсурина, Гөлназ Биргәнова һәм Арслан Ҡотлобаев үҙҙәрең ижад емештәре менән уртаҡлаштылар.

   Тамашасылар “Баҙал” берекмәһенә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Кисә берекмә ағзаларына матур теләкәктәр теләү һәм бергәләп фото төшөү менән тамамланды.

0