Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Әҙәби кисә “Яҙмышымдың көҙгөһө”

Ошо көндәрҙә район үҙәк китапханаһында күренекле шағир Рауил Шаммасҡа 85 йәш тулыу айҡанлы “Яҙмышымдың көҙгөһө” исемле әҙәби кисә булып уҙҙы. Шағирҙың тыуған көнөнә бағышлап уның китаптарынан һәм яҙыусы, шағирҙарҙың уның тураһында яҙылған очерктарынан торған күргәҙмә ойошторолдо. Кисәлә Рауил Сәхиулла улы Шаммасовтың төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары уҡылды, уның ижадына байҡау яһалды.  Уның китап уҡыусылар тарафынан уҡылған шиғырҙарын – “Асылыма ҡайтам”, “Тыныс булып ҡара”, “Етер-етмәҫ булһын…” – халыҡ бигрәк тә яҡын итеп ҡабул итте.

0