Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

“Тәмәкегә – юҡ!”

           Билдәле булыуынса, йыл да 15 ноябрҙә Бөтә донъя Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнөн билдәләй. Тәмәкенең ғаилә бюджетына ғына түгел, кеше сәләмәтлегенә лә иҫ киткес ҙур зыян килтереүен иҫәпкә алғанда, был көндә тәмәкенең зыяны тураһында кешелектең иҫенә тағы ла бер тапҡыр төшөрөп китеү – тик файҙаға ғына.

Район үҙәк  дауаханаһының терапия бүлегендә был көндә “Тәмәкегә – юҡ!” исеме аҫтында әңгәмә булып уҙҙы. Унда район үҙәк китапханаһы хеҙмәткәре Ф. Айытбаева терапия бүлеге шәфҡәт туташтары менән берлектә дауаланыусы ауырыуҙарға тәмәкенең зыяны тураһында лекция уҡыны һәм әле һаман тәмәке көйрәтеүселәргә унан баш тартырға саҡырҙы. Әңгәмә барышында төрлө һорауҙарға яуап бирелде. Сара бик файҙалы булды.

0