МР Бурзянский район
Республики Башкортостан


         5 марта  в Байназаровской сельской модельной  библиотеке прошла деловая игра для учащихся  10 класса МОБУ СОШ д.Байназарово  «Сегодня - школьник, завтра - избиратель».

Подробнее >>>


   16 февралдә район үҙәк китапханаһында  Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияҺы лауреаты, журналист һәм яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың берәҙәк балаларҙың фажиғәле яҙмышы хаҡындағы “Урам балалары”  исемле өр-яңы китабының   исем туйы булып үтте. Унда үткер ҡәләмле сатирик, журналист, «Өй эйәһе» китабы авторы Венер Исхаҡов та ҡатнашты.

Подробнее >>>


        31 ғинуарҙа Баймаҡ агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалында Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург, публицист, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, фронтовик Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Назар Нәжми әҙәбиәте донъяһына сәйәхәт” акцияһы сиктәрендә “Йылдарҙан йырҙар ҡала” тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисә булып

Подробнее >>>


      Ғинуар айының һуңғы ялында Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы Һарғая ауылында “Урал батырҙың ҡышҡы уйындары”н ойошторҙо. Байрам икенсе йыл рәттән үтеп, хәҙер инде матур бер традицияға әйләнде.

Подробнее >>>


          2018 йылдың тәүге көнөндә күренекле шағирә, үткер һүҙле журналист, Яҙыусылар союзы ағзаһы Айһылыу Рәжәп ҡыҙы Ғарифуллина үҙенең алтын юбилейын үткәрҙе. Шул айҡанлы 18 ғинуарҙа Бөрйән район китапханаһында “Балҡы, әйҙә, балҡы нур булып!” тип аталған ҙур сара - шағирәнең ижад кисәһе булып уҙҙы.

Подробнее >>>


           Кескәй әҙәбиәт һөйөүселәр! Һеҙҙең иғтибарға Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башкортостан «Китап”  һәм "Инеш" нәшриәттәрендә сыҡҡан һәм район ауыл китапханаларының кәштәләрендә урын алған яңы китаптарҙы тәҡдим итәбеҙ.

Подробнее >>>


         С 20 по 26 ноября в библиотеках МБУК «Бурзянская ЦБС » прошла неделя восхищения Матери «Донъя йәме - әсәйҙәр». Красиво и незабываемо прошли в библиотеках различные  мероприятия,  как для детей,  так и для  населения, посвященные ко дню Матери.

Подробнее >>>


    14 ноябрҙә Иҫке Мөсәт ауыл китапханаһында башланғыс синыф уҡыусылары менән Бөтә донъя изгелек эшләү көнөнә арнап “Изгелек ерҙә ятмай ”исемле изгелек сәғәте үтте.

Подробнее >>>


      Ноябрь айында район халҡы “Тамаша” журналының редакторы, райондашыбыҙ драматург Сөләймән Латыпов менән осрашты. Был осрашыу район үҙәк китапханаһында ла булып үтте. Унда Иҫке Собханғол ауылы ағинәйҙәре, район үҙәк һәм балалар китапханалары хеҙмәткәрҙәре, “Мираҫ” халыҡ фольклор ансамбле, почта бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Район ағинәйҙәре етәксеһе Рәшиҙә Ғизәтуллина “Тамаша” журналының ни тиклем файҙалы һәм кәрәкле булыуы хаҡында һөйләп үтте һәм килеүселәрҙе был журналға яҙылырға саҡырҙы.

Подробнее >>>


      8 ноябрҙә район мәҙәниәт һарайында “Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының данлы ҡыҙҙары” исемле китаптың исем туйы булып уҙҙы. Район үҙәк китапханаһы үткәргән был сараға китаптың редакторы – район ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Салауатова Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы, редколлегия ағзалары – Теләүбаева Клара Мөнир ҡыҙы, Вәлиева Хәнифә Кәбир ҡыҙы, Йомағолова Гөлдәр Әхәт ҡыҙы, Ҡолдәүләтова Алсу Рәхимйән ҡыҙы саҡырылды.

Подробнее >>>

Страницы

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
2 + 8 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика