МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

“Зәки Вәлиди эҙенән”

        Башҡорт халҡының бөйөк улы, донъя күләмендә танылған ғалим, оло шәхес Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы район үҙәк китапханаһында “Зәки Вәлиди эҙенән” тип аталған сара уҙғарылды. Сарала төрлө йәштәге әүҙем китап уҡыусылар ҡатнашты. Зәки Вәлидиҙең китаптарынан, уның тураһында яҙылған китаптарҙан, очерктарҙан торған күргәҙмә ойошторолдо. Китап уҡыуылар яҙыусының “Хәтирәләр”енән Бөрйәнгә ҡағылышлы өҙөктәрҙе уҡыны.

       Сарала Бөрйән ағинәйе, хөрмәтле уҡытыусы-ветеран, сығышы менән Ғафури районынан булған Асия инәй Вәлиева ла ҡатнашты. Ул ваҡытында атаһы – Әбйәлил мулланың Зәки Вәлиди менән ҡатнашып йәшәүе, уның Асия инәйҙәргә килеп йөрөүе хаҡында бәйән итте. Хәҙер инде туғыҙынсы тиҫтәне тултыра барған Асия инәй ул ваҡыттарҙа бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, Зәки вәлидигә ҡағылышлы ваҡиғаларҙы иҫенә төшөрөп, яҡшылап, тәфсирләп һөйләне.

        Сара бөтәһенә лә оҡшаны.

                                                                                                                                   

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
12 + 1 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика