МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Әҙәбиәт - милләт ҡалҡаны

     Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә  “Тарих яҙыр инем ташына...” республика әҙәби марафоны  31 мартта Бөрйән районында үтте. Был мәртәбәле сара милли әҙәбиәтте үҫтереү, яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың әҙәби эшмәкәрлектәрен популярлаштырыу, әҙип һүҙен халыҡҡа, йәмғиәткә еткереү, йәш быуынды милли әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында һәр районда уҙғарыла килә.
     Көндөң беренсе яртыһында Байназар ауыл моделле китапханаһында "Әҙәбиәт - милләт ҡалҡаны" тип исемләнгән  түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Осрашыуҙа  мәртәбәле ҡунаҡтар -  Яҙыусылар союзы идаралығы  рәйесе урынбаҫары, шағир Нурлан Ғәниев, шағирәләр Лилиә Ҡәйепова, Айгөл Ғәбитова - Йәмилева, урындағы “Баҙал” әҙәби ижад берекмәһе ағзалары, йәш хәбәрселәр, китапханасылар, башҡорт теле уҡытыусылары һәм мәктәп уҡыусылары, ғөмүмән алғанда шиғриәтте, әҙәбиәтте үҙ иткән райондаштарыбыҙ ҙур ихласлыҡ менән ҡатнашты. 

     Артабан ҡунаҡтар  район үҙәгендә  яҡташыбыҙ, күренекле шағир, журналист Инсур Йәһүҙиндың  тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған “Тауҙарҙа тауыш аҙашмай” тип исемләнгән  хәтер кисәһендә ҡатнашты. Был сараға шағирҙың ҡатыны, туғандары, дуҫтары, ижадташтары ла саҡырылды. Һәр кем уның тураһында йылы иҫтәлектәре, яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты.  Кисә барышында Инсур Ғәззәле улының  шиғырҙары һәм уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны.

     Марафон сиктәрендә үткән саралар һәр ҡатнашыусы күңелендә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

                                                      

      

  

                                                                                        

                                     

                                                      

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
3 + 15 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика