МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

"Йәй һәм китап" конкурсы

         Йыл да йәй етеп, каникулдар башланыу менән, балаларҙың ялын файҙалы үткәреү маҡсатында район балалар китапханаһы "Йәй һәм китап" конкурсын иғлан итә. Был конкурста райондың бөтә китапханалары ла ҡатнаша.
         Конкурсанттар йәйге каникул ваҡытында кәмендә 20 китап уҡып, үҙҙәренә оҡшаған китапты рекламаларға һәм яратҡан әҙәби геройын һынландырырға тейеш ине. (Һүрәт төшөрөү, бәйләү, сигеү, тегеү, әүәләү һ.б)
        22 сентябрҙә "Йәй һәм китап" конкурсына йомғаҡ яһалды. Ошо айҡанлы ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн ҙур байрам ойошторолдо. Финалға сыҡҡан китап уҡыусылар Мәскәй әбей ойошторған уйында ҡатнашып үҙ-ара көс һынашты.
        Конкурс шарттарын теүәл үтәп, Гран-приға Аҫҡар ауылы китапханаһынан Ғәбиҙуллина Зөлхизә лайыҡ булһа, 1-се урынға Ҡотан ауылынан Баймөхәмәтова Айсулпан танылды. 2- се урынға Ибраһимова Гөлгөнә (Исламбай ауылы) һәм Исҡужина Гөлшат (Килдеғол); 3-сө урын - Иманғолова Алтынай (Байназар ауылы), Ҡунафин Ишморат (Иҫке Монасип ауылы) яуланы. Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәре эшләгән ҡул эштәренән күргәҙмә ҡарап кинәнделәр. Әҙәби-ижади конкурс маҡсатына иреште.

                               

                    

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 1 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика