МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

“Йәй һәм китап”

          Район балалар китапханаһында “Йәй һәм китап” йәйге уҡыу конкурсын йомғаҡлап, бик матур байрам үтте. Сараға бөтә ауылдарҙан да конкурста әүҙем ҡатнашҡан балалар йыйылды. Китапханасы Ләйлә Ишкинина ҡунаҡтарҙы сәләмләп, бер-береһе менән таныштырып үткәс, күңелле квестҡа старт бирелде. Балалар уйында бик дәртләнеп ҡатнашты, ҡатмарлы этаптарҙы сәмләнеп үтте. Уҡыған әҙәби әҫәрҙәрҙе, яратҡан геройҙарын иҫкә төшөрҙөләр, тапҡырлыҡ, логик фекерләү, иғтибарлылыҡ кеүек сифаттарҙы эшкә ектеләр.
       Конкурс шарттарына ярашлы, ҡыҙҙар һәм малайҙар йәй дауамында егерменән ашыу китап уҡырға һәм номинациялар буйынса ижади эш башҡарырға тейеш инеләр. “Иҫке әкиәтте – яңыса” номинацияһында Рәсәй халыҡтары әкиәттәренә ҡарата фанфик яҙырға, “Әкиәттәр – серле донъя” тигәнендә яратҡан халыҡ әкиәте сюжеты буйынса һүрәт төшөрөргә, “Китаптың мәңгелек юлдашы” тип исемләнгәне буйынса үҙ ҡулдарың менән китап ҡыҫтырғысы (закладка) эшләргә тәҡдим ителде. Ижади эштәрҙән ойошторолған күргәҙмә иғтибар үҙәгендә булды.
      Иң күңелле мәл – бүләкләү өлөшөн һәр кем тулҡынланып көтөп алды. Иң тәүҙә “Йәйге уҡыу лидеры” исеменә лайыҡ булған Исламбай егете Динар Халиҡовты тәбрикләнеләр. Артабан номинацияларҙа еңеүселәр бүләкләнде. “Иҫке әкиәтте яңыса яҙыусылар” араһында 1-се урын Иҫке Мөсәттән Йәмилә Биктановаға, 2-се урын Байназарҙан Вәсилә Әйүповаға бирелде. 3-сө урында –Мораҙымдан Мәүлиҙә Әминева менән Ҡотандан Нурсиә Нәҙершина. “Әкиәттәр – серле донъя” номинацияһында тәүге урын – Аҫҡарҙан Гөлсимә Мырҙабулатовала. Ғәлиәкбәрҙән Таңсулпан Исламбаева менән Ҡолғананан Гөлмира Вәлиева – 2-се, Әтектән Гөлшат Сәлихова менән Ғәҙелгәрәйҙән Шәүрә Сәғитова 3-сө урынды алдылар. “Китаптың мәңгелек юлдашы” номинацияһында 1-се урын Килдеғолдан Розалия Көмөшбаеваға, 2-се урын Иҫке Монасиптан Яҙгөл Йомағоловаға бирелде. Нәбиҙән Розана Сафинаға дәртләндереү призы тапшырылды.
    Китап һөйөүселәрҙең йәйге ялы күңелле лә, файҙалы ла үткән. Бындай сараларҙың төп маҡсаты ла әҙәби әҫәрҙәр уҡыуға ынтылыш уятыу, китапҡа хөрмәт тәрбиәләү, китапханаларға тағы ла күберәк уҡыусылар йәлеп итеү менән бер рәттән, балаларҙың буш ваҡыттарын ҡыҙыҡлы үткәреүгә булышлыҡ итеү бит.

                        

                      

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
7 + 7 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика