МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Ырғыҙҙа тыуған ил ҡыҙы

      6 март көнө Иҫке Монасип ауыл китапханасыһы мәктәптә 6, 7 класс уҡыусылары өсөн яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 115 йыл тулыу айҡанлы "Ырғыҙҙа тыуған ил ҡыҙы" исемле әҙәби сәғәт үткәрҙе. Китап күргәҙмәһендәге китаптарға күҙәтеү яһалды. Китапханасы яҙыусының ижады һәм тормош юлы тураһында ентекле һөйләне: шул осорҙағы барлыҡ белемле, егәрле кешеләрҙе ҡырған, меңәрләгән балаларҙы етем ҡалдырған сәйәси золом (репрессия) елдәре уның ғаиләһен дә урап үтмәй - тәүҙә ире Ғөбәй Дәүләтшинды ҡулға алалар, күп тә үтмәй, халыҡ дошманының ҡатыны тип, Һәҙине лә һөргөнгә ебәрәләр. Һөргөндән сәләмәтлеге бөтөнләй ҡаҡшап бөткәс кенә ҡайтаралар. Бик ауыр шарттарҙа, аслы-туҡлы йәшәгән ҡатын тормош ауырлығына баш эймәй, тырышып ижад итә, "Ырғыҙ" романын яҙа. Ошо һоҡланғыс әҫәре өсөн уға 1967 йылда (үлгәндән һуң) Салауат Юлаев исемендәге премия бирелә. "Ырғыҙ" бөгөн дә китап һөйөүселәрҙең яратҡан әҫәре. Һәҙиә Дәүләтшина ҡыҫҡа ғына ғүмерендә (49 йәшендә вафат була) әҙәбиәт күгендә йондоҙ булып балҡыны, халҡына мәңгелек хазина ҡалдырҙы.

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
4 + 15 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика