МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

"Йөрәк һүҙе" шиғриәт конкурсы үтте

       Исламбай ауылының "Гөрләүек" балалар баҡсаһында китапханасы Әхмәтйәнова Ф. ойошторған "Йөрәк һүҙе" шиғриәт конкурсы уҙҙы. Ата-әсәләр йыйылғансы, китапханасы балаларҙы "Серле әкиәт илендә" исемле әкиәт донъяһына сәйәхәт иттерҙе. Кескәй дуҫтарыбыҙға ҡысҡырып әкиәт, шиғырҙар уҡылды, бергәләп уйындар уйнап, йомаҡ ҡойҙолар. Әсәйҙәр йыйылғас бәләкәстәр әсәйҙәренә арнап йыр йырлап, эшләгән бүләк-открыткаларын тапшырҙылар һәм шиғриәт кисәһенең төп өлөшөнә: "Йөрәк һүҙе"нә урын бирелде. Туған телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү маҡсатында үткәрелгән был шиғри бәйгегә бөтәһе 14 бала үҙ көсөн һынарға сыҡты. Кескәй дуҫтарыбыҙ әсәйҙәре, тәрбиәсе апайҙары Венера, Зилә, йыр уҡытыусыһы Мәфрүзә Мәжит ҡыҙы ярҙамында бик матур итеп әҙерләнгәндәр. Һәр бер сығыш үҙенсә матур, үҙенсә үҙенсәлекле булды. Игеҙәк ҡыҙҙар Әлфинә менән Гөлфинәнең сығыштары: икәүләп бер шиғырҙы береһе шиғырҙың башын әйтһә, икенсеһе аҙағын әйтеп ятлауҙары үҙе бер мәрәкә, ҡыуаныс ине. Баһалама ағзаларына иң-иңдәрҙе табыуы еңелдән булманы. Шулай ҙа һәр балаға ғәҙел баһа биреп, бөтә балаларға ла Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ Исламбай ауыл китапханаһы үҙенең махсус буләген булдырған ине. Был бүләккә шаян Айнур һәм баҫалҡы Камила лайыҡлы тип табылды. Китапхана, балалар баҡсаһы менән берлектә үткән был бәйге кескәйҙәр хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр, уларҙың күңеленә тыуған телгә, тыуған ергә һөйөү осҡоно һалынғандыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.

  

                                     

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
8 + 7 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика