МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Йәнтөйәгем - тауҙарҙа

        31 октябрь Ҡолғана ауыл китапханаһында шағир Самат Ғәбиҙуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы китапханала "Йәнтөйәгем - тауҙарҙа" исемле хәтер кисәһе үтте. Был сарала ауылдашыбыҙ, “Баҙал” әҙәби берекмәһе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С. Ғәбиҙуллин һәм Р. Хисаметдинова исемендәге премиялар лауреаты, шағир Сәрүәр Ғәләүетдинов ҡатнашты. Ул Самат Ғәбиҙуллин тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, шағир иҫтәлегенә арнап ижад иткән шиғырҙарын уҡыны. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Килдейәрова Әлимә Рәшит ҡыҙы Самат Ғәбиҙуллиндың ижады менән таныштырҙы, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙ шағирҙың ижад емештәрен яттан һөйләнеләр. Был сара уҡыусылар өсөн фәһемле, бик йәнле аралашыу булды.

                                                                                    

           

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
5 + 6 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика