МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Йәнтөйәгем – тауҙарҙа

      23 октябрь яҡташыбыҙ, шағир Самат Ғәбиҙуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалында район үҙәк китапханаһы ойошторған  “Йәнтөйәгем – тауҙарҙа” тигән хәтер кисәһе үтте. Сарала “Баҙал” әҙәби берекмәһе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С. Ғәбиҙуллин һәм Р. Хисаметдинова исемендәге премиялар лауреаты, шағир Сәрүәр Ғәләүетдинов, “Баҙал” әҙәби берекмәһе ағзалары – С. Ғәбиҙуллин исемендәге премия лауреаты, шағирә Айһылыу Ғарифуллина, шағирҙар Булат Тимерғәлиев һәм Мөнир Фәйзуллин ҡатнашты. Улар Самат Ғәбиҙуллин тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, шағир иҫтәлегенә арнап ижад иткән шиғырҙарын уҡыны. Сара барышында күрһәтелгән презентация талантлы яҡташыбыҙҙың тормошон, ижадын яҡтыртты. Кисә иҫтәлеккә күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.

                                       

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 3 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика