МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Йәнле беҙҙең ҡурсаҡтар!

                                        Әкиәттәр тыңлап, иркәләнеп 
                                        Үҫһен илдә балалар 
                                        Уйынсыҡтар, ҡурсаҡтар, туптар 
                                        Байрам булып иҫтә ҡалалар. 
        Ниндәй генә ҡыҙ бала бәләкәй сағында ҡурсаҡ уйнап үҫмәне икән? “Әсәй “ булып уларҙы әүрәтеү, урау, бишек йырҙарын көйләп “йоҡлатыу” , йылдар үткәс ошо ғәмһеҙ саҡтарҙы хәтерләү... Ошо мәлдән ҡыҙҙарҙа әсәлек хисе һалына. Уларҙы ситтән күҙәткәндә лә һоҡланып, йылмайып ҡуяһың. Баланың кем икәнен белгең килһә, уның уйынына ҡара тигәндәр. Ысынлап та, ошо ябай ғына ҡурсаҡтар менән уйнау – балаларҙы тәрбиәгә, тәртипкә өйрәтә. Ошо маҡсат менән Аҫҡар урта мәктәбендә “Йәнле беҙҙең ҡурсаҡтар!” исемле күңелле кисә үткәрелде. Китапханасы Наилә Мырҙабулатова ойошторған был йәнле сара башланғыс класс уҡыусылары өсөн ҙур бер байрамға әүерелде. Ҡыҙҙарҙы, тамашаны ҡарарға килгән әсәйҙәрҙе, балалар баҡсаһынан кескәйҙәрҙе сәләмләгәс, һүҙ ҡыҙҙарға бирелде. Ҡурсаҡтарын ҡәҙерләп кенә күкрәгенә ҡыҫҡан 13 ҡыҙ алға сығып теҙелде. Улар яратҡан уйынсыҡтары менән таныштырып, улар тураһында шиғырҙар һөйләнеләр. Их, ниндәй генә матур исемдәр йөрөтмәй уларҙың ҡурсаҡтары! Нәркәс, Зөлхизә, Йәмилә, Айһылыу, Гөлсимә... Исем һайлауға етди ҡараған ҡыҙҙар. Киләһе турҙарҙа уҡыусылар “бәпәй» уранылар, ҡурсаҡтарының сәстәренә таҫма бәйләнеләр, төрлө-төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр. Быларҙан тыш бәләкәй һылыуҡайҙар һәр береһе айырым “бәпестәрен» йоҡлатып ҡараны, ҡурсаҡтарына матур һүҙҙәр әйттеләр, уларға арнап шиғырҙар сығарҙылар, сослоҡта көс һынаштылар. Шулай итеп 1-се урынды Рәсилә Ғәбиҙуллина, 2-се урынды Айгөл Әбделғәзизова, 3-сө урынды Алтынай Алтынбаева яуланы. Эйе, алтылағы – алтмышта,- ти халыҡ мәҡәле. Бөгөнгө көндә ҡурсаҡтарын матур итеп әпәүәләгән, ҡурсалаған, бишек йырҙарын көйләгән ҡыҙҙар киләсәктә яҡшы әсәйҙәр булып үҫерҙәр әле.

  

             

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 1 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика