МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Яҙ ҡояшы кеүек наҙлы һин - ҡатын-ҡыҙ

     8 март көнө Исламбай ауыл китапханаһында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған "Яҙ ҡояшы кеүек наҙлы һин - ҡатын-ҡыҙ” исемле байрам һәм ял кисәһе үтте. Ауылыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙары ике командаға бүленеп төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнанылар, "Был ниндәй йыр?" көйҙө танып, ҡушылып йырланылар, викторина һорауҙарына яуап эҙләнеләр, бейенеләр, ҡыҫҡыһы, һәр яҡлап үҙҙәрен һынап ҡаранылар. Кисәнең икенсе өлөшөндә китапханасы "Ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙҙәре", "Ҡатын-ҡыҙ кешеме ни?" исемле әңгәмә ойошторҙо. Уларға ҡайһы бер илдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары, бурыстары тураһында ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та мәғлүмәт еткерелде һәм йәнле фекер алышыу үтте.
      Кисә барышында байрамға йәм өҫтәп, ауылдың барлыҡ ир-егеттәре исеменән ауыл советы депутаты Манапов Азат Рәис улы, Аҫҡар ауыл биләмәһе башлығы Юлдашев Ғәни Ғәли улы гүзәл заттарыбыҙҙы байрам менән ҡотланылар, изге теләктәрен еткерҙеләр һәм залда ултырған барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға тере сәскәләр таратып кисәне тағы ла йәмләп ебәрҙеләр.

                             

                                                                

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
2 + 13 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика