МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Яңы китаптар

                            Ҡәҙерле әҙәбиәт һөйөүселәр! Һеҙҙең иғтибарға Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башкортостан «Китап” нәшриәтендә сыҡҡан һәм район ауыл китапханаларының кәштәләрендә урын алған яңы китаптарҙы тәҡдим итәбеҙ.

 

            16+      Алсынбаев, Х.Ғ. Күңел дәфтәре [Текст]: шиғырҙар, нәҫер/Хәким Алсынбаев. - Өфө: Китап, 2015. – 80 бит.

            Хәким Алсынбаевтың тәүге китабына тыуған ергә, иленә, ауылына, ауылдаштарына һөйөү хистәре менән һуғарылған шиғырҙары тупланды. Автор дөйөм кешелекте борсоған эскелек, намыҫһыҙлыҡ, ҡомһоҙлоҡ проблемаларын да урап үтмәй.

 

 

           16+      Ахмедов, Р.Б. Братья месяцы у моего костра [Текст]: рассказы/ Рим Ахмедов. – Уфа: Китап, 2015. – 288 с.

            Книга состоит из двенадцати разделов – по числу месяцев в году. Каждый раздел представляет собой небольшой сборник, соответствующий определенному сезону. В каждый из них включены рассказы философского или лирического плана, зарисовки о диких или домашних животных, необычных явлениях и тайнах природы, о красоте и своеобразии географических зон Башкортостана, о некоторых лекарственных и других полезных растениях.

 

 

 

 

             16+      Ғәниева, Т.Ә. Ғүмер кисеүҙәре [Текст]: шиғырҙар, либретто/ Тамара Ғәниева. - Өфө:Китап, 2015. – 320 бит.

            Тамара Ғәниеваның «Ғүмер кисеүҙәре” тип исемләнгән был йыйынтығына шағирәнең һуңғы йылдарҙа яҙған яңы әҫәрҙәре тупланды. Әҙибә ижадының тәүге осоронда уҡ билдәләгән ҡиблаһына тоғро: был китапта ла ул яҡты кисерештәр һәм тойғолар, һағыш-һыҙланыуҙар, юғалтыу-табыштар, рухиәт, баҡыйлыҡ менән фанилыҡ кеүек ҡәҙимге лә, фәлсәфәле лә төшөнсәләргә мөрәжәғәт итә. Ил, тел, ер, халыҡ яҙмышы – шағирәнең уй-хистәре ана шундай даирәләрҙе лә айҡай.

 

 

             

             16+      Зарипова, Р.М. Ерем моңо[Текст]: шиғырҙар/Розалиә Зарипова. - Өфө:Китап, 2015. – 120 бит.

             Шағирәнең тәүге китабына күңел ҡылдарынан яралған һөйөү сыңдары, йәшенле йәшлектең йөрәгенән урғылыр дәрт, замандың ораны һәм халыҡ күңеленән ағылған рух ынйылары йыйылған.

 

 

 

  

          16+      Зиганшин, К.Ф. Возвращение росомахи [Текст]: повесть и рассказы/ Камиль Зиганшин. Уфа: Китап, 2015. – 184 с.: ил.

            Главные герои книги – росомахи, редкие и загадочные обитатели северной тайги. Зверь этот не так уж велик – размером с лайку и на первый взгляд довольно неуклюж. Но в нем заключена такая сила и неукротимая отвага, что он способен в одиночку противостоять стае волков. Мало кто знает, что этот ловкий хищник может быть настоящим рыцарем, благодарным и верным другом. В повести рассказывается о судьбе двух поколений этих таежных  «робин гудов», их поразительной способности отстаивать право на жизнь и свободу.

 

         

            16+      Игебаев, А.Х. Ғүмер аяулы [Текст]: шиғырҙар, поэмалар, ҡобайырҙар/ Абдулғаҡ Игебаев. - Өфө: Китап, 2015. – 472 бит.

            Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулғаҡ Игебаевтың был йыйынтығына төрлө йылдарҙа ижад ителгән һәм өр-яңы әҫәрҙәре тупланған, йыйынтыҡ бик үҙенсәлекле төҙөлгән.

 

 

 

 

  

          16+      Камалов, Х.Н. Беҙҙе өйҙә көтәләр [Текст]: роман/ Хисам Камалов. - Өфө: Китап, 2015. -400 бит.

            Хисам Камалов – Татарстандың халыҡ яҙыусыһы, бик күп теҙмә һәм сәсмә әҫәрҙәр авторы. Бөйөк Ватан һуғышында артиллерия полкында һуғышҡан яугир. Яҙыусының фронтта үҙ күҙҙәре менән күргән, үҙе ҡатнашҡан ваҡиғалар тураһындағы романы әҙәбиәт һөйөүселәргә ҡыҙыҡлы булыр, тип ышанабыҙ.

 

 

    

         16+      Кривошеев, М.М. Уфимский полуостров [Текст]: стихи/ Михаил Кривошеев. – Уфа: Китап, 2015. – 112 с.

            Поэзия Михаила Кривошеева с его особенной тонькостью восприятия рождена его мироощущением, где все живое, даже камни. Он воспринимает все кинестетически – на уровне собственных эмоций, ощущений и телесных переживаний. И стихи его, как ни странно, заряжают, позволяя видеть все в новом свете! Опять же без тьмы не может быть света. Поэзия автора делает нас более внимательными к тем глубоким неизъяснимым чувствам, которые образуют глубочайший пласт нашего существования, куда мы редко заглядываем. Все это выявляет своеобразную цельность поэтического мира Михаила Кривошеева.

 

 

  

         16+      Сәлимов, М.Ш. Заманына күрә көлкөһө [Текст]: сатира һәм юмор/ Марсель Сәлим. - Өфө: Китап,2015. – 288 бит.

 

 

 

    

          16+      Тайсина, М.М. Бала саҡ күҙҙәре: шиғырҙар/ Миңлегөл Тайсина. - Өфө: Китап, 2015. – 104 бит.

              Миңлегөл Тайсинаның тәүге китабына ингән шиғырҙарының төп темаһы – тыуған яҡ матурлығы, тәбиғәттең төрлө мәлдәре, кеше күңеле, кисерештәре, мөхәббәт тойғолары. Әсәлек хистәре, әсәгә, балаға ҡарата сикһеҙ һөйөү менән һуғарылған йыйынтыҡ күңелегеҙгә хуш килер, тип ышанабыҙ.

 

 

 

             16+      Шакирйәнов, Ф.С. Йәшәйһе килә [Текст]: поэмалар, шиғырҙар/ Ринат Шакир. - Өфө: Китап, 2015. – 168 бит.

             Башҡорт шиғриәтендә Ринат Шакирҙың (Финат Шакирйәнов) үҙенә генә хас моңо, бихисап ижади табыштары бар. Әле уҡыусыларға тәҡдим ителгән йыйынтыҡта да был асыҡ күренә: шағирҙың «Һаумы, олатай!”, “Бала саҡ” ише поэмалары һәм шиғырҙары быға асыҡ дәлил.

 

 

            16+      Шәрәфетдинов, Д.М. Төнгө усаҡ [Текст]: шиғырҙар, поэмалар/ Дамир Шәрәфетдинов. - Өфө: Китап, 2015. – 216 бит.

            Авторҙың күп төрлө ижадының бер нисә яғын – шиғриәтен һәм поэмаларын туплаған был китабы бик нәзәкәтле һәм юғары мәҙәниәтле уҡыусыларҙың зауығына тап килә. Лирик һәм патриотик шиғырҙар сатира һәм юмор, мәҫәл һәм әкиәти формалар, бөгөнгө заман ҡаҙаныштары хаҡында бәйәндәр – былар барыһы ла китапты бай һәм сағыу итә.

 

 

 

         

            16+      Әкбәров,З.Н. Әкәмәт утрау [Текст]: юмористик һәм сатирик хикәяләр, повестьлар/ Закир Әкбәров. – Уфа: Китап, 2015. – 188 бит.

            Бу жыентыкка тупланған юмористик, сатирик хикияләре һәм повестьлары белән журналист һәм язучы Закир Әкбәров бүгенге тормышның тискәре күренешләрен ачып салырга омтыла.

 

 

 

                                                                                                                             Балалар  өсөн китаптар:

 

              0+        Аҡбашев, В.Й. Беҙ – Ағиҙел балалары [Текст]: шиғырҙар/ Вәрис Аҡбашев. - Өфө: Китап, 2015. – 56 бит.

              Беҙҙе уратып алған гүзәл тәбиғәтле сихри донъяға сәйәхәткә саҡыра автор.

 

 

 

             6+        Кәримов, С.Ғ. Тәүге дәрес = Первый урок [Текст]: хикәйәләр/ Салауат Кәрим. - Өфө:Китап, 2015. – 128 бит.

            Был китапҡа мәктәп балаларының көндәлек тормошо, улар менән булған төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғалар хаҡында хикәйәләр ингән.

 

 

 

 

 

           0+    Ҡамыр батыр- Камыр-батыр[Текст] : башҡорт халыҡ әкиәте/ Төҙөүсеһе А.Х.Хәкимова; тәржемәсеһе Н.С.Әхмәҙиева; рәссамы А.Р. Мөхтәруллин. - Өфө: Китап, 2015. -16 бит

 

 

            12+      Мырҙаҡаев, Ф.С. Ҡайын һуты = Березовый сок [Текст]: повестар һәм хикәйәләр/ Факил Мырҙаҡаев. -Өфө: Китап, 2015. -280 бит.

            Был китапҡа ингән «Баҙарҙарға барһаң…», “Ҡайын һуты”, «Хушлашыу вальсы», “Йәйге каникул” повестары һәм хикәйәләрҙә шатлыҡ-һөйөнөстәре, ҡыйынлыҡ-көйөнөстәре, тәүге мөхәббәт хистәре, әхләҡи һәм рухи проблемалары менән бөгөнгө йәштәр донъяһы һынландырыла.

 

 

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
15 + 4 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика