МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

“Иң яҡшы китапханасы” Яңы Усманда йәшәй

         25 ноябрҙә  Зәки Вәлиди  исемендәге Милли китапханала “Башҡортостандың иң яҡшы китапханасыһы - 2016”  Республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.  Кино йылына арналған был конкурсҡа ҡала һәм район китапханасыларының 76 проект эше тәҡдим ителгәйне. Баһалама ағзалары араһында күренекле  режиссерҙар Зөһрә Бураҡаева, Айнур Асҡаров та бар ине, еңеүселәрҙе 4 номинацияла: “Китапханасы – төп фигура!”, “Китапхана тарихы: китап - альбом”, “Иғтибар: Кино төшөрәбеҙ!”, “Китапханасы образы донъя һәм Рәсәй кинематографияһында”  билдәләнде.  Яңы Усман ауыл китапханасыһы Эльвира Мәжитованың проекты “Иғтибар: Кино төшөрәбеҙ !” номинацияһында 1-  се урын яуланы һәм I дәрәжә дипломына лайыҡ булды.  Уның был проекты баһалама ағзаларына  бик ныҡ оҡшаған, хатта Айнур Аскаров та үҙенең шәхсән һоҡланыуын белдергән. Ә Эльвира үҙ сиратында был проект менән  беренсе урын яуларға өлгәштергән ауылдаштарына сикһеҙ  рәхмәтен белдерә. Беҙ, коллегалары, Эльвира Юлай ҡыҙын оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ, уға һаулыҡ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ.

                                            

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
5 + 5 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика