МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Иң яҡшы китапханасы - Нәзилә Искужина

         Зәки Вәлиди  исемендәге  Милли  китапханала “Башҡортостандың иң яҡшы китапханасыһы - 2018 ” республика конкурсы еңеүселәрен  бүләкләү  тантанаһы үтте. Был мәртәбәле  конкурста Килдеғол ауыл китапханасыһы Нәзилә Искужинаның “ Әкиәттәр уҡып, йәнһүрәттәр төшөрәбеҙ” проекты 1- се урын яуланы һәм I дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Әйткәндәй, был проект Башҡортостан китапханаларында уңышлы тормошҡа ашырылған “Уҡыу тураһындағы  иң яҡшы 100 китапхана проекты” тип исемләнгән Атласҡа индереләсәк.   Ә Нәзилә үҙ сиратында проектты бойомға ашырыуға тос өлөш индергәндәре өсөн ауылдаштары - балаларға, мәктәп һәм балалар баҡсаһы етәкселегенә һәм проектты төҙөүҙә һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған китапхана системаһы методистары  Әлфиә Биргановаға, Айгөл Сафинаға оло рәхмәтен белдерә. Беҙ, коллегалары, Нәзилә Ишбирҙе ҡыҙын оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ, уға артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ.

                                                               

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
10 + 0 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика