МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Ул тауҙарҙан баҡты донъға!

     30 октябрҙә Аҫҡар ауылында яҡташыбыҙ, РФ һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сабирйән Мөхәмәтҡолов исемендәге премия лауреаты   Самат Мәһәҙи улы Ғәбиҙуллиндың тыуыуына 80  йыл  тулыу айҡанлы,  хәтер кисәһе  уҙҙы. Кисәлә Республикабыҙҙың күренекле шағирәһе, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина, әҙәбиәт белгесе Зәйтүнә Шәрипова, күренекле шағир Зөфәр Вәлитов,   драматург,  “Тамаша” журналының баш мөхәррире  Сөләймән  Латипов,  яҙыусы,  “Киске Өфө” гәзите хәбәрсеһе  Миләүшә Ҡаһарманова, шағир, Башҡортостан яҙыусылар союзы эргәһендәге татар телле яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Нурлан Ғәниев, шағирә  Зөһрә  Үтәғолова, йәш шағирә, “Башҡортостан” гәзите журналисы Айгөл Йәмилева ҡатнашты һәм сығыш яһаны.

     Самат Ғәбиҙуллин 1988 йылда Башҡортостан Республикаһы һәм СССР Яҙыусылар Союзы ағзаһы итеп ҡабул ителә. Уның “Тауыш килә тауҙарҙан” (1967), “Шаңдаҡ” (1971), “Күңелем бишеге”(1986), “Сыңлар ҡылдарым”(1990), “Көнөбөҙ”(1996) тигән шиғыр йыйынтыҡтары әҙәбиәт һөйөүселәрҙең һәм тәнҡитселәрҙең юғары баһаһына лайыҡ булды. Үҙе үлгәндән һуң нәшер ителгән  «Йәнтөйәгем — тауҙарҙа» (2014) исемле китабына иһә балалар өсөн ижад иткән шиғырҙары тупланған.

      Самат Ғәбиҙуллин  халыҡ сәсәне лә ине. Уның ижадында халыҡ тәрбиәһе, әхләҡлек, яҡшылыҡтың яманлыҡтан өҫтөнлөгө һәр ваҡыт төп урында булды. Яҙыусының шиғырҙарына Республикабыҙҙың копозиторҙары тиҫтәләгән йырҙар яҙҙы. “Һағындым шулай”  йыры  Нәзифә Ҡадырова башҡарыуында радио тулҡындарында йыш яңғырай.          Самат Ғәбиҙуллин  районда “Баҙал” әҙәби берекмәһен ойоштороуҙа күп көс һалды һәм ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем был ижади ойошма менән етәкселек итте, ҡарлуғастарының ҡанатын нығытып, ижади офоҡтар киңлегенә осорҙо: яҙыусылар Сәрүәр Ғәләүетдинов, Иршат Теләүембәтов, шағирәләр Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Айһылыу Ғарифуллина, Таңһылыу Баһауетдинова, Миләүшә Ҡаһарманова, Булат Тимерғәлиев һәм башҡалар... Шағир үҙенең таланты, ижады менән районыбыҙҙың ғына түгел, тотош республикабыҙ әҙәбиәтенең йөҙөн билдәләүсе шәхестәрҙең береһе булды.

     Кисәлә шулай уҡ  шағир хаҡындағы иҫтәлектәре менән улы Бабсаҡ һәм ейәнсәре Айһылыу, туғандары исеменән Флүзә Шәриф ҡыҙы,  шағир, район “Баҙал” әҙәби берекмәһе рәйесе Сәрүәр  Ғәләүетдинов, күренекле шағирә, журналист Айһылыу Ғарифуллина, хеҙмәттәштәре  Фәрит Бәшәров, Мөнир Фәйзуллин уртаҡлаштылар. Кисә барышында  шағирҙың әҫәрҙәре һәм уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар  яңғыраны.

     Кеше мәңгелек түгел, ләкин әҙәбиәт, шиғриәт тигән илаһи тормош- үҙе мәңгелек. Был тормошта шағир Самат Мәһәҙи улы Ғәбиҙуллиндың да тынғыһыҙ ижадының да лайыҡлы урыны бар. Ул һәр ваҡыт халҡыбыҙға хеҙмәт итер, исеме, рухы халҡы күңелендә мәңге йәшәр.

   

                                                                                                                                                                                                                                                               Булат Тимерғәлиев фотолары

  

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
4 + 6 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика