МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Тыуған илем - алтын бишек

      6 октябрҙә район китапханаларында үткән әҙәби- тыуған яҡты өйрәнеү айлығы сиктәрендә, Ғәҙелгәрәй ауылы китапханаһына ҡараған Кейекбай ауылында “Тыуған илем - алтын бишек” исемле кисә үтте. Сара Башҡортостан Республикаһы гимны менән башланып китте. Балалар республикабыҙ гербы һәм флагы менән дә таныштылар. Кисәнең икенсе өлөшө беҙҙең йәнтөйәгебеҙ- Бөрйәнгә бағышланды. Район тарихы, иҫтәлекле урындары менән танышҡас, балалар иғтибарына “Илһам алып тыуған төйәктән” исемле китап күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Кисәнең һуңында алдан иғлан ителгән “Тыуған яғым- алтын бишек” исемле һүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһалды. Сара флэшмоб менән тамамланды, балалар халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында”исемле шиғырынан өҙөк ятланылар.

                                   

                                                                     

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
6 + 10 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика