21 март -Бөтә донъя шиғриәт көнө. Шул уңайҙан, Байназар ауылы моделлы китапханаһында мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Баязитова Рәсимә Рауил ҡыҙы менән берлектә 8-се синыф уҡыусылары өсөн «Тыуған еребеҙ таланттарға бай» тип исемләнгән шиғриәт сәғәте ойошторолдо. Уҡыусылар шиғриәт донъяһына сәйәхәт ҡылып, яҡташ шағирҙарыбыҙ тураһында бай мәғлүмәт алып, уларҙың китаптары менән таныштылар. Сара аҙағында Диана Иманғолова менән Марсель Салауатовтың яҡташтарыбыҙҙың шиғырҙарын бик матур, тәьҫирле уҡыуҙары бер кемде лә битараф ҡалдырманы.