МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Тылсымлы билдәләр

       Юлда йөрөгән кешеләрҙе
       Хәүеф-хәтәр һағалай,
       Ҡағиҙә белмәгәндәргә
       Һәр саҡ ҡурҡыныс янай.
       Оло юлдан йүгерә-саба
       Нисә төрлө машина,
       Йәйәүлеләрҙе күрмәйсә
       Гел ҡайҙалыр ашыға.
    Балаларҙың юл йөрөү ҡағиҙәләре, юл хәрәкәте тамғалары тураһында белемдәрен нығытыу, иғтибарлылыҡ, уйлау, күҙаллау һәләттәрен үҫтереү һәм ярҙамсыллыҡ сифатарын тәрбиәләү маҡсатында 27 март Аҫҡар ауыл китапханаһы китапханасыһы Мырҙабулатова Н. башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Тылсымлы билдәләр” исемле сара үткәрҙе. Кескәйҙәр төрлө уйындар аша юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштылар, һорауҙарға яуап эҙләнеләр, хәрәкәтле уйындарҙа ҡатнаштылар.Ә инде мауыҡтырғыс сараның икенсе өлөшөндә балалар театр көнө айҡанлы “Намыҫлы бүре” исемле әкиәт ҡарап ҡыуандылар.Был әкиәт кескәйҙәрҙе әҙәпле, тәртипле, ярҙамсыл булырға өндәне.

   

            

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
16 + 3 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика