МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Туғандар байрамы

       10 июнь көнө Яуымбай ауылының тәбиғәттән бүләк булған иң матур урыны Ташөй мәмерйәһе алдында "Ғаилә йылы" уңайынан Кинйәкәйевтәрҙең "Туғандар байрамы " гөрләп үтте. Әминә инәй 8 балаһына ҡәҙерле әсәй, 30 ейән-ейәнсәргә өләсәй, 46 бүлә-бүләсәргә ҡарт өләсәй, бик күп килен-кейәүҙәргә ҡәйнә. Ул үҙе бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтеп матур байрам үткәреүгә булышлыҡ итте. Байрамда төрлө милли уйындар; көршәк ватыу, тоҡ кейеп йүгереү һәм башҡа ҡыҙыҡлы уйындар уйнатылды. Балалар ҙа, ололар ҙа уйындарҙа ихлас ҡатнаштылар. Сәхнәнән йыр-моң өҙөлмәне. Туғандар араһында шахмат буйынса шахмат турниры ойошторолдо. Балалар араһында "Йәмилха" күсмә кубогына, ә ололар араһында "Кинйәкәй" күсмә кубогына сәмле ярыш барҙы.Байрам юғары ойошҡанлыҡ менән үтте. Барлығы йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты.

 

 

 

 

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
2 + 0 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика