МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Тәрбиәсе булыу - үҙе бәхет

                                 Тәрбиәсе!

                                Ниндәй гүзәл исем!

                               Кеше итеп һине әҙерләй.

                               Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,

                               Ҡурсалай, һөйә, ҡәҙерләй!

          Ошондай  матур шиғыр юлдары менән башланып китте 27  сентябрь Аҫҡар мәҙәниәт йортонда үткәрелгән байрам кисәһе. Эштәрендә ҙур түҙемлелек, сабырлыҡ талап иткән был оло йөрәкле һөнәр эйәләре – тәрбиәселәргә бағышланды был сара. Ысынлап та, һәр баланың эске мөмкинлектәрен күреп, уларҙы асырға тырышыусы, уларҙы тәртипкә, кешелеклелеккә өйрәтеүсе тәрбиәселәрҙе бер аҙға булһа ла көндәлек эштәренән айырып, ял, рухи көс биреү маҡсатында ойошторолған кисәгә әлеге ваҡытта эшләп йөрөүсе һәм хаҡлы ялдағы тәрбиәселәр саҡырылды. Улар үҙҙәрен төрлө өлкәлә һынап ҡарап, ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнаштылар, һорауҙарға яуап таптылар, музыкаль һәләттәрен күрһәттеләр, балалар менән булған ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙөләр. Был күңелле сара тәмле сәй табыны менән тамамланды.

                            

                                                

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 11 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика