МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Тәмәке тартҡан - һаулығын юғалтҡан

      Уҡыусыларҙа сәламәт йәшәү рәүешен алып барыу теләге уятыу; тәмәке тартыуҙың кешенең эске донъяһына һәм тышҡы ҡиәфәтенә насар тәҫьир итә торған зарарлы ғәҙәт икәнлеген аңлатыу маҡсатында, 20 июнь көнө Исламбай ауылы китапханаһы китапханасыһы Әхмәтйәнова Флүзә "Тәмәке тартҡан - һаулығын юғалтҡан" исемле уйын- иҫкәртеү үткәрҙе. Балалар "Бирешмә" һәм "Дуҫлыҡ" командаларына бүленеп ярыштылар. Улар "һаулыҡ" һүҙенән һаулыҡҡа ҡағылышлы һүҙҙәр таптылар, тәмәке тартыусыға хат- мөрәжәғәт яҙҙылар, тәмәке тартыусы һәм тәмәке тартмаған кешенең һүрәтен төшөрҙөләр, тәмәкегә ҡаршы реклама эшләнеләр, дуҫына тәмәке тартырға тәҡдим итеүсене, әлбиттә, ҡаршы яуап алыуын сәхнәләштереп күрһәттеләр һәм викторина һорауҙарына яуап эҙләнеләр. Уҡыусылар тәмәкенең сәләмәтлеккә зыяны тураһында, кешелектең иң ҡурҡыныс дошманы – никотин тураһында бик күп мәғлүмәт алдылар. Балалар, “Мин тәмәке тартыуға ҡаршы” тигән саҡырыу - стендҡа үҙҙәренең ҡаршылыҡтарын белдереп, имзаларын ҡуйып, тәмәке тармаҫҡа һүҙ биреп таралыштылар.

                               

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
7 + 0 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика